+24 °С
Ямғыр
Иҫәнғол ауылынан бер аҙнанан артыҡ элек юғалған Юланов Марсель Урал улы табылған. Ул машинаһында Яңы Павловка ауылынан алыҫ түгел урында бейек ярҙан Эйек йылғаһына төшөп киткән. Беҙҙең сығанаҡ хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта уны сығарыу өсөн водолаздар килеүен көтәләр.
Быға тиклем Марсель Юлановты эҙләү өсөн ирекмәндәр йыйыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек.