Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
13 Июль , 12:40

Оло Эйек ташыу сәбәпле лагерҙан балаларҙы эвакуациялайҙар

«Мораҙым» балалар сәләмәтләндереү үҙәгендә смена ваҡытынан алда ябылған

Оло Эйек ташыу сәбәпле лагерҙан балаларҙы эвакуациялайҙар
Оло Эйек ташыу сәбәпле лагерҙан балаларҙы эвакуациялайҙар

Социаль селтәрҙәрҙә Күгәрсен районында “Мораҙым” лагерынан балаларҙы алып ҡайтырға барыусы ике “Урал” автомобиле батыуын күрһәткән видеолар таралғайны.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Күгәрсен районында Оло Эйек йылғаһының кимәле күтәрелеүе сәбәпле «Мораҙым» балалар сәләмәтләндереү үҙәгендә смена ваҡытынан алда ябылған. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итте.

Лагерҙа 44 кешенең, шул иҫәптән 31 баланың булыуы билдәле. Улар етерлек күләмдә аҙыҡ-түлек һәм эсәр һыу менән тәьмин ителгән. Кешеләрҙе эвакуациялау бөгөн  иртәнге 10-сы яртыла башланҫан – уларҙы Оло Эйек йылғаһы буйлап моторлы кәмәләрҙә ташыйҙар, бында уларҙы өс автобус көтә.

«Ата-әсәләргә хәбәр ителгән, балалар менән бәйләнеш тоталар, ялыуҙар юҡ, балалар яҡшы кәйефтә, хатта дискотека ойошторҙолар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй. Хәл контролгә алынған», – тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Бынан алда учреждениенан 49 кеше – өс өлкән кеше һәм 46 бала сығарылды.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: