Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
21 Июль , 11:35

Өс кеше батҡан

Үткән тәүлектә республикала өс кеше батҡан

Архангел райнында Абзан ауылында Инйәр йылғаһында 1964 йылғы ир батҡан. Уның кәүҙәһен күргән кешеләр сығарған. Ағиҙел ҡалаһында йылға каналында – 1969 йылғы, Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылында быуала 1966 йылғы ирҙәр һыу төбөнә киткән. Уларҙың кәүҙәләрен БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары эҙләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында ял итеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы һайларға, иҫерек килеш һыу инмәҫкә, һыу ятҡылыҡтары янындағы билдәләргә, мәғлүмәт таҡталарына мотлаҡ иғтибар итергә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа тәҡдим итәләр.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: