+21 °С
Болотло
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында күп балалы ғаиләнең йорто янған. БР буйынса МЧС-тың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ағас өй һәм аласыҡ янған. Янғын һүндерелгән. МЧС хеҙмәткәре белдереүенсә, өйҙә биш бала һәм уларҙың әсәһе йәшәгән. Уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. Ғаилә туғандарында йәшәп торасаҡ.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.