Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
13 Сентябрь , 15:05

Балалар ике өйҙө яндырған

Янғын һүндереүселәр ҙур янғын менән көрәшә

Балалар ике өйҙө яндырған
Балалар ике өйҙө яндырған

Башҡортостанда янғын һүндереүселәр Краснохолмский ауылында ҙур янғынды һүндерә, тип яҙа “Башинформ”. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында сыҡҡан. Ҡаралтылар яҡын урынлашҡанлыҡтан ут тиҙ арала ике торлаҡ йортҡа һәм алты ихата ҡаралтыһына тарала.

«Ут 200 квадрат метр майҙанда локалләштерелде, артабан таралыуҙан туҡтатылды. Һүндереү дауам итә. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, ҡатын ата-әсәһенә 6 йәштән 8 йәшкә тиклемге 7 бала менән килгән. Бер мәл балалар күҙҙән юғала, шунан һуң янғын сыға. Барыһы ла ваҡытында хәүефһеҙ араға эвакуациялана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: