+10 °С
Болотло
29 сентябрҙә таң менән Башҡортостандың Салауат районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Йәш водитель, ВАЗ-2110 автомобиле менән идара итеп, юл ситендә торған шул уҡ маркалы машинаға менән бәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә туҡтап торған автомобилдә ултырған 36 йәшлек ир һәләк булған. Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле водитель һәм уның өс пассажиры төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр ала.