-1 °С
Болотло
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.
Авария кисә кис Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 42-се километрында булған.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ырымбур яғынан Өфө яғына хәрәкәт иткән КамАЗ водителе алда барған прицеплы КамАЗ-ға бәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель урында уҡ һәләк булған», — тип мәғлүмәт бирҙе Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.