Салауат район-ара суды «ошондай уҡ ҡылыҡ өсөн административ язаға тарттырылған кешенең иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеүе» статьяһы буйынса урындағы кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.
БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылдың майында «Лада Гранта»ла иҫерек ир юл ситенә төшөп китә, машина түңкәрелә. Бер айҙан һуң ул иҫерек килеш ВАЗ-2108 маркалы автомобиль руле артына ултыра. Водителде туҡтатҡас, ул медицина тикшереүенән баш тарта.
Быға тиклем ир шундай ҡылыҡ өсөн ике тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд уға 3 йылға транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 260 сәғәт мотлаҡ эш төрөндәге яза тәғәйенләй, шулай уҡ ике автомобилде лә дәүләт килеменә тартып ала.
Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”