Ваҡиғалар
2 Ноября 2024, 10:35

Дүрт бала атайһыҙ һәм өйһөҙ ҡалған

Күп балалы ғаиләнең йорто янған

Добавить в предпочтительные источники Google
Дүрт бала атайһыҙ һәм өйһөҙ ҡалғанДүрт бала атайһыҙ һәм өйһөҙ ҡалған
Дүрт бала атайһыҙ һәм өйһөҙ ҡалған

Башҡортостандың Борай районында күп балалы ғаиләнең йорто янған. Янғын Ҡайынлыҡ ауылындағы ағас йортта сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе мәғлүмәте буйынса, янғын йорт хужаһы ғәҙәттә тәмәке тартҡан соландан башланған. Янғын һүндереүселәр һәм урындағы кешеләрҙең берлектәге тырышлығы менән янғын һүндерелгән. Конструкцияларҙы тикшереү барышында һәләк булған 46 йәшлек ир табылған.

Янғын алдынан әсәй кеше дүрт балаһы менән туғандарына киткән. Хәҙер ваҡытлыса уларҙа йәшәйәсәктәр, тип хәбәр иттеләр БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Юлай Мурзабаев