Әле мәрхүмдәрҙең шәхестәре асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияла өс түгел, ә дүрт кеше, тотош ғаилә һәләк булған. Ғаилә башлығы дауаханала йән биргән.
Улар – Стәрлетамаҡта йәшәгән И-лар ғаиләһе. Ғаилә ике ул үҫтергән, өлкәненә – 15, бәләкәйенә алты йәш булған. Әсәй кеше тәрбиәсе булып эшләгән. Ғаиләнең социаль селтәренән күренеүенсә, улар әүҙем тормош алып барған, бергәләп сәйәхәт итергә яратҡан.
"Башҡортостан" гәзитенән.