Баймаҡ районында трассала йөк машинаһы водителе һәләк булған. БР дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 108-се километрында юл – транспорт ваҡиғаһы булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Камаз» руле артындағы 45 йәшлек водитель Баймаҡ яғынан Сибай яғына хәрәкәт иткәндә идараны юғалта һәм кюветҡа төшөп китә. Ир ваҡиға урынында вафат була.
Ҡотҡарыусылар шунда уҡ ваҡиға урынына киткән. Улар килгәс аккумулятор батареяһын һүндерә һәм гидравлик авария-ҡотҡарыу ҡоралы ярҙамында «Камаз» водителен сығарыуға тотона.
"Эштәр күреү мөмкинлеге сикләнгән шарттарҙа башҡарылды, был мәсьәләне ҡатмарлаштырҙы. Транспорт сараһын тотороҡландырыу өсөн автокран йәлеп ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 45 йәшлек водитель алған йәрәхәттәренән ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем вафат булған», – тип билдәләнеләр ведомствола.