Ваҡиғалар
24 Ноябрь 2024, 08:02

Бөгөн төндә булған юл фажиғәһендә 33 йәшлек егет һәләк булды

Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Бөгөн төндә Үрге Һарыбил - Ҡыуандыҡ юлында булған юл-транспорт фажиғәһе быны тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Билдәле булыуынса, "ВАЗ-2114" маркалы автомобиль юл ҡырына төшөп китеп, ағасҡа бәрелгән. 33 йәшлек водитель ваҡиға урынында йән биргән. 

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ. Машина хәүефле транспорт төрө икәнлеген онотмағыҙ. 

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас