Ваҡиғалар
30 Ноябрь 2024, 09:15

Балыҡ тотам тип...

Балыҡсы боҙ аҫтына төшөп китеп һәләк булған

Балыҡ тотам тип...Балыҡ тотам тип...
Балыҡ тотам тип...

Башҡортостанда һыу ятҡылығында сираттағы бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Был юлы балыҡсы боҙ аҫтына төшөп киткән, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы.

Фажиғә Балтас районының Иҫке Балтас ауылы эргәһендәге Тере Танып йылғаһында булған. Балыҡ тоторға ике ир килгән. Уларҙың береһен боҙ күтәрә алмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 61 йәшлек ир һәләк булған. Уның кәүҙәһен Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре водолаздары табып сығарған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас