Башҡортостандың Иглин районында ғаилә башлығы ҡатынын үлтергән, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған. Гаражда ир менән ҡатындың кәүҙәһе табылыу факты буйынса тәртип һаҡсылары шундай фаразға килгән, тип яҙа “Башинформ” үҙенең сығанағына һылтанма менән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төндә, өс бала йоҡларға ятҡанда, уларҙың ата-әсәләре гаражға киткән. Унда улар талаша – ир ҡатынын көнләшә. Ир кеше арҡан алып, ҡатынын быуып үлтерә. Һуңынан ул, ҡатыны үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип күрһәтергә маташа, әммә үҙенә лә ҡул һала. Ата-әсәһенең кәүҙәләрен уларҙың ҡыҙы таба. Урынға полиция хеҙмәткәрҙәре, тәфтишселәр, табиптар килә. Һуңғыларына ирҙең һәм ҡатындың һәләк булыуын раҫларға ғына ҡала.
Өс бала ата-әсәһеҙ ҡалған. Хәҙер улар туғандарында. Күршеләре ғаилә тураһында ыңғай фекерҙә.