Өфөлә социаль инженерия өлкәһендә бик оҫта белгес суд алдына баҫасаҡ. Быға тиклем дә мутлашыуҙа ғәйепләнгән ҡатын сираттағы 13 миллион һум тиерлек суммаға афераны яһаған. Был хаҡта республика прокуратураһынан хәбәр иттеләр.
Өфөлә йәшәүсе ҡатын үҙен полиция стажеры итеп таныштыра һәм төрлө юридик мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән бурыстар өсөн ҡулға алынған машиналарҙы һатып алыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә тәҡдим итә. Зыян тураһында ғаризалар 12 кешенән килгән. Шуныһы ҡыҙы, улар араһында ысын полицейскийҙар ҙа бар.
Фото: “Башинформ”.