Ваҡиғалар
16 Декабря 2024, 06:10

15 йәшлек Алина Мәһәҙиеваны эҙләйҙәр

Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаты уҡыусыһы юғалған

Добавить в предпочтительные источники Google
15 йәшлек Алина Мәһәҙиеваны эҙләйҙәр15 йәшлек Алина Мәһәҙиеваны эҙләйҙәр
15 йәшлек Алина Мәһәҙиеваны эҙләйҙәр

15 декабрҙә Өфөлә 15 йәшлек Алина Мәһәҙиева юғалған. Ҡыҙҙың туғандары «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ул туғандарынан гимназия-интернаттың дөйөм ятағына ҡайтырға сыға, әммә ҡайтып етмәй.

– Ул ял көндәрендә ағаһында ҡунаҡта булды, өйөнән Степан Злобин урамындағы йорттан сыға һәм гимназия ятағына барырға тейеш була, әммә барып етмәй. Телефоны һүнгән. Ул тыныс ҡыҙ. Һәр ваҡыт бәйләнештә ине, — ти юғалған ҡыҙҙың туғаны Нәфисә.

Ҡыҙҙы эҙләүгә шулай уҡ «Лиза Алерт» ирекмәндәре ҡушылған.

"Ейәнсура таңдары" сығанағы хәбәр итеүенсә, Алина Ейәнсура районынан.

Приметы: рост 170 см, худощавого телосложения.

Была одета: черная длинная куртка, шапка-ушанка.

Всех, кто знает какую-либо информацию о местонахождении разыскиваемой девушки, просят сообщить по номерам телефонов: 8-347-284-66-09 или 112.

Автор:Юлай Мурзабаев