Үлгән балаһы өсөн дүрт йыл социаль түләүҙәр алған 45 йәшлек ҡатынға «түләү алыуҙа мутлашыу» статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылдан Ишембайҙа йәшәүсе ҡатын инвалид тип танылған бәләкәй ҡыҙын ҡарау буйынса пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр алған. 2020 йылдың апрелендә бала вафат булыуға ҡарамаҫтан, әсәһе был факт тураһында пенсия һәм Социаль страховкалау фондының территориаль бүлегенә хәбәр итмәй һәм аҡса алыуҙы дауам итә.
2020 йылдың майынан 2024 йылдың мартына тиклем уның банк иҫәбенә 1,5 миллион һум самаһы аҡса килә, улар үҙ кәрәгенә тотона.
Ғәйепләнеүсе ғәйепле булыуын таный һәм килтерелгән зыянды ҡаплай. Суд уға шартлы рәүештә 2 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм шул уҡ осорға һынау срогы менән яза тәғәйенләй. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.