Ваҡиғалар
5 Января 2025, 08:05

Ике ир янғында һәләк булған

...

Ике ир янғында һәләк булғанИке ир янғында һәләк булған
Ике ир янғында һәләк булған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекле янғын һүндереүселәр Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылында 40 квадрат метр майҙанда шәхси йортта сыҡҡан янғынды һүндергән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында һәләк булған 42 йәшлек ир табылған.

Белорет районының Егәҙе ауылында янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәренә металл вагонда янғын тураһында һәм уның эсендә кеше күргәндәрен хәбәр итәләр.

15 квадрат метр майҙандағы ут һүндерелгәс, унда ир кешенең кәүҙәһе табылған, шәхес асыҡлана, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас