Ваҡиғалар
21 Ғинуар 2025, 07:20

Пассажир автобусы янған

...

Пассажир автобусы янғанПассажир автобусы янған
Пассажир автобусы янған

Туймазы районында М-5 «Урал» трассаһында «Неоплан» шәхси автобусы янған. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр Махачкала-Өфө маршруты буйынса хәрәкәт иткән янған транспортты һүндергән.

Янғын 18 минутта һүндерелгән. Һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Салонда 12 кеше: 3 водитель һәм 9 пассажир була. Ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре бөтә пассажирҙарҙы хеҙмәт автомобилдәренә ултырта, һуңынан уларҙы яҡындағы ҡунаҡханаға алып баралар.

Был факт буйынса Туймазы район-ара тәфтиш бүлеге «хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү» статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса тәфтиш алды тикшереүен үткәрә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас