Ваҡиғалар
2 Февраль 2025, 10:40

7 миллион һум урлағандар

...

7 миллион һум урлағандар7 миллион һум урлағандар
7 миллион һум урлағандар

Һуңғы тәүлектә республикала 7 миллион һумдан ашыу зыян килтергән 33 мутлашыу осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Өфө 67 йәшлек ҡатын үҙен электр счетчиктарын алмаштырыу буйынса хеҙмәткәр булып таныштырып шылтыратҡан мутлашыусыға смс-кодты әйтә. Һөҙөмтәлә уның дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетын үтеп инәләр. Уның исеменә бирелгән кредиттар тураһында хәбәр иткән шылтыратыуҙан һуң ул 2,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусылар иҫәбенә күсерә.

Күмертауҙа 56 йәшлек ир ялған брокерҙың тоҙағына эләгә. 730 мең һумлыҡ кредитты рәсмиләштергәндән һуң, аҡсаны күсереү банк тарафынан туҡтатыла.

“Барығыҙҙы ла уяу булырға һәм шәхси мәғлүмәттәребеҙҙе, сит кешеләргә смс — хәбәрҙәрҙән кодтар еткермәҫкә саҡырабыҙ", – тип кәңәш итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас