+24 °С
Ямғыр
Учалы районының Кирәбе ауылында ағас административ бинала янғын сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ут беренсе ҡатта «Рәсәй Почтаһы» бүлексәһе урынлашҡан 40 квадрат метр майҙанға зыян килтергән. Икенсе ҡатта 70 квадрат метр майҙанда мөлкәт, стеналар һәм түшәм янған. Зыян күреүселәр юҡ.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.