Ваҡиғалар
18 Февраль 2025, 06:25

70 пассажир тейәгән автобус янып киткән

...

70 пассажир тейәгән автобус янып киткән70 пассажир тейәгән автобус янып киткән
70 пассажир тейәгән автобус янып киткән

Салауатта 70 пассажирҙы алып китеп барған автобус янып киткән. Янғынды БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндергән. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, маршрут автобусының двигателенә Беренсе Май урамы буйлап хәрәкәт иткәндә ут ҡапҡан. Бөтә пассажирҙар үҙаллы эвакуацияланған, зыян күреүселәр юҡ.

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, күҙәтеү саралары барышында күҙәтеү ведомствоһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлаясаҡ, пассажирҙар ташыуҙа һәм машинаны файҙаланыуҙа хәүефһеҙлек талаптарын тәьмин итеү йәһәтенән ташыусының эшен тикшерәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас