Бөтә яңылыҡтар
10
Ваҡиғалар
10 Март , 11:15

Автомобилде ер “йотҡан”

«Лада Калина» автомобиле торған урында 8 метр тәрәнлек соҡор барлыҡҡа килгән

Өфөлә, Интернациональ урамындағы бер йорт ихатаһында ер ишелеп, «Лада Калина» автомобиле соҡорға төшөп киткән. Был хаҡта ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы телеграм-каналында хәбәр ителә.

Ғәҙәттән тыш хәл 9 мартта төн уртаһында була. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр йүнәлтелә.

Диаметры 7 метр һәм тәрәнлеге 8 метр булған хәүефле участканы кәртәләп алғандар. "Лада Калинаны" махсус техника ярҙамында соҡорҙан сығарылған. Автомобиль механик зыян күргән. Шулай уҡ ер ишелгән урынға яҡын ҡалдырылған бер нисә машина эвакуацияланған.

"Инцидент сәбәбе асыҡлана. Кешеләрҙән бер кем дә зыян күрмәгән. Калинин районының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышын үткәреү планлаштырылған», — тиелә Өфө ҡалаһының граждандарҙы һаҡлау идаралығы белдереүендә.

Видео:телеграм-канал управления гражданской защиты Уфы
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: