Ваҡиғалар
18 Март 2025, 09:25

Тотош ауыл халҡы эвакуацяланған

Башҡоростанда һыу баҫыу сәбәпле тотош ауыл халҡын эвакуациялайҙар

Тотош ауыл халҡы эвакуацияланғанТотош ауыл халҡы эвакуацияланған
Тотош ауыл халҡы эвакуацияланған

Ғафури районында ташҡын арҡаһында Ташаҫты ауылы халҡын эвакуациялау дауам итә. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә муниципалитет башлығы Венер Вәхитов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, Толпар ауылы янында Еҙем йылғаһында боҙ тығыны барлыҡҡа килгән. Ошо сәбәпле Бөтә Таш-Аҫты ауылын һыу баҫыу ҡурҡынысы янай.

Ауылында 121 кеше йәшәй. Әлеге ваҡытта унан 36 кеше, шул иҫәптән 32 бала эвакуацияланған. Халыҡ Имәндәш ауылы мәктәбендә урынлаштырылған.

Имәндәш ауыл советы башлығы Әхнәф Нуғайғолов Ташаҫты һәм Тайыш ауылдарында электр уты юҡлығын хәбәр итте.

"Эвакуацияланғандарҙың барыһына ла аҙыҡ бирелә. Бөгөн ташҡындан һуң Еҙем йылғаһы үҙ ярҙарына ҡайтты. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре эшләй», — тип хәбәр итте ауыл советы башлығы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас