Ваҡиғалар
9 Апрель 2025, 12:50

Юғалған балыҡсы күлдә табылған

Талҡаҫ күлендә балыҡҡа киткән ирҙең кәүҙәһе табылған 

Юғалған балыҡсы күлдә табылғанЮғалған балыҡсы күлдә табылған
Юғалған балыҡсы күлдә табылған

Баймаҡ районында юғалған ир табылған. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡолсора ауылынан 57 йәшлек ир кеше кисә балыҡ тоторға китеүе һәм әлегә тиклем бәйләнешкә сыҡмауы тураһында бөгөн иртәнге сәғәт биш тирәһендә туғандары хәбәр иткән.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ир күлгә киткән, әммә билдәләнгән ваҡытҡа ул әйләнеп ҡайтмаған. Атаһының оҙаҡ ваҡыт юҡлығына борсолған улы уны эҙләргә китә. Яр буйында ул балыҡсының машинаһын һәм шәхси әйберҙәрен таба, әммә ир үҙе бер ҡайҙа ла булмай.

Таң менән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Сибайҙағы ҡотҡарыусылары Талҡаҫ күленә юлланған. Эҙләү барышында водолаздар өҫкө кейемдәге ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас