+22 °С
Дождь
Уҙған төндә Күгәрсен районында янғында 40 йәшлек ир һәләк булған. Фажиғә хаҡында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итте.
Янғын һүндереүселәр Мораҡ ауылында янып киткән мунсаны һүндереүгә барған. Ут һүндерелгәндән һуң, мунса соланында алдында һәләк булған ирҙең кәүҙәһе табылған. Ваҡиға сәбәптәре тикшерелә.