Ваҡиғалар
29 Апреля 2025, 05:35

Йәнә янғын, тағы ҡорбандар

Янған йортта оло йәштәге ҡатындың һәм улының кәүҙәләре табылған

Йәнә янғын, тағы ҡорбандарЙәнә янғын, тағы ҡорбандар
Йәнә янғын, тағы ҡорбандар

Әсә менән ул Башҡортостандың Йәрмәкәй районында янғында һәләк булған. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәтамаҡ ауылында төндә ике фатирлы йортта фатир янып киткән.

Урынға тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килә, улар 66 квадраттағы янғынды һүндерә. Янғын һүндереү барышында 48 йәшлек ир һәм 83 йәшлек ҡатын үле килеш табылған.

Был ваҡиға буйынса тикшереү эштәре алып барыла.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас