

Йыл башынан алып Башҡортостан юлдарында ҡырағай хайуандар ҡатнашлығында 25 авария теркәлгән. Улар араһында 8-е – мышы, 17-һе – ҡоралай һәм 2-һе ҡабан менән булған. Был хаҡта республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
"Майҙа юлдарҙа ҡырағай хайуандар күберәк буласаҡ. Йәш хайуандар яңы территорияларҙы үҙаллы өйрәнә башлай һәм йыш ҡына юлдар аша үтә. Мышылар урмандан урманға күҙ бәйләнгән мәлдә – кис һәм иртә таңдан күсә. Ҡоралайҙар көндөҙ әүҙем һәм баҫыуҙар һәм болондар буйында булалар», — тип һөйләнеләр министрлыҡта.
Ведомствола автоһәүәҫкәрҙәргә юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап китеү тыйылғанын иҫкә төшөрҙөләр. Водитель, хатта юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле булмаһа ла, хайуандар донъяһына килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы. Водителдең гражданлыҡ яуаплылығы страховкаланмаған осраҡта, бындай зыянды транспорт сараһы хужаһы ҡапларға тейеш.
Республикала болан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған хайуандар менән юл-транспорт ваҡиғалары йыш булған 120-гә яҡын хәүефле участка теркәлгән. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы юл селтәрен хеҙмәтләндергән ведомстволарға «Һаҡ булығыҙ, ҡырағай хайуандар» махсус юл билдәһен ҡуйыу тураһында тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итте.
Фото:пресс-служба минэкологии Башкирии