

Туймазылағы морг хеҙмәткәрҙәре мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен бутаған, тип яҙа “Башинформ”.
Үлгән ирҙәрҙең береһенең туғандары сит кешене ерләргә өлгөрә. Икенсе мәрхүмдең туғандары хатаны зыяратта асыҡлай, пакет аша тәнендә элек булмаған татуировкаһын күреп ҡалалар. Ерләү алдынан туғандарына пакетты асыу тыйыла.
Ике ғаилә лә моргҡа мөрәжәғәт итә. Унда хатаны таныйҙар. Хәҙер кәүҙәләрҙе эксгумациялау талап ителә. Был эш менән прокуратура шөғөлләнә.
Фото:Ксения Калинина / “Башинформ”.