

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, авария кисә кискеһен Ағиҙел – Аша автомобиль юлының 6-сы километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 29 йәшлек Водитель «Опель Инсигния» руле артында көтмәгәндә юлға сыҡҡан мышыға төкөгән, артабан автомобиль кюветҡа төшөп китеп ағасҡа бәрелгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһында пассажир ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған, водитель үҙе һәм икенсе пассажир дауаханаға оҙатылған. Хайуан һәләк булған.