

Социаль селтәрҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, инцидент көслө шартлау һөҙөмтәһендә булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 4 кеше зыян күргән, тағы бер кешене эҙләү дауам итә. Республикала билдәле эт-ҡотҡарыусы Торин йәлеп ителгән – ул БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең кинологик расчеты хеҙмәткәре булып тора. Хәҙер Торин емереклектәрҙе тикшерә.
Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙең ҡотҡарыусылары һәм янғын һүндереүселәре эшләй. Ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөүгә бөтәһе 80-дән ашыу кеше һәм 32 берәмек техника йәлеп ителгән, тип хәбәр итте Кирилл Первов.