

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин «Свеча»предприятиеһында зыян күреүселәрҙең хәлен контролдә тота. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта ҡала дауаханаһына ике пациент килтерелгән.
43 йәшлек ир реанимацияла ята, уның хәлен табиптар бик ауыр тип баһалай. Термик тән яныуы менән 40 йәшлек ир табиптар тикшергәндән һуң Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһының тән яныуы бүлегенә ебәрелгән. Тағы бер пациентты ваҡиға урынынан Стәрлетамаҡтың 1-се дауаханаһына алып килгәндәр. Ул реанимацияла ауыр хәлдә ята.
Министр шулай уҡ, ваҡиға урынында ашығыс ярҙам бригадаһы дежур итеүен дауам итә, тип өҫтәне.