Ваҡиғалар
7 Июнь 2025, 11:17

Ҡот осҡос: 15 йәшлек ҡыҙ бала тапҡан һәм уны тәҙрә аша ташлаған

Рәсәйҙә булған был ваҡиғаның ҡайҙа икәне асыҡланмай.

15 йәшлек "әсә" егеттең фатирында ҡыҙ бала таба, ә һуңынан тәҙрә аша сабыйҙы пакетҡа һалып ырғыта. Сабыйҙы үтеп барыусылар таба. Башында гематомалар булһа ла бәпес иҫән ҡала һәм дауаханаға оҙатыла.

Уҡыусыны тиҙ арала ҡулға алалар, әле тикшереү бара.

Сығанаҡ: "Йәшлек".

Читайте нас