Ваҡиғалар
8 Июнь 2025, 11:15

Иҫерек килеш һыу инергә киткән дә ҡайтмаған

...

Иҫерек килеш һыу инергә киткән дә ҡайтмағанИҫерек килеш һыу инергә киткән дә ҡайтмаған
Иҫерек килеш һыу инергә киткән дә ҡайтмаған

Учалыла Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водолаздары ҡала быуаһынан батып үлгән урындағы ир кешене сығарған. Ҡотҡарыу хеҙмәтенә бәхетһеҙ осраҡ тураһында һәләк булған кешенең дуҫы хәбәр итә. Ул 44 йәшлек дуҫының иҫерек килеш һыу инергә китеүен һәм кире ҡайтмауын әйтә. Һыуға батҡан ирҙе ярҙан 20 метр алыҫлыҡта 2,5 метр тәрәнлектә табалар.

Был пляжда һыу инергә тыйылған, был хаҡта территория буйлап бик күп тейешле күрһәткестәр ҡуйылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас