

Башҡортостанда ҡурҡыныс юл фажиғәһендә ике кеше һәләк булған, дүртәү дауаханала, шуларҙың икәүһе балалар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ВАЗ «десятка»һы һәм ҡаршы килгән «Шакман» йөк машинаһы бәрелешкән. Фажиғә бөгөн көндөҙ Учалы – Межозерный автомобиль юлының 1 саҡрымында булған.
Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов мәғлүмәттәре буйынса, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Тағы ла дүрт пассажир, шул иҫәптән ике бала, дауаханаға оҙатылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн юл-транспорт ваҡиғаһы урынына Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы етәкселеге сыҡты. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында шулай уҡ тәфтиш-оператив төркөм һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары эшләй.
Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.