Ваҡиғалар
18 Июнь 2025, 06:32

Ир мәйете табылды

Кисә район үҙәге халҡы Оло Эйек аша һалынған күперҙә күп һанлы полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм тиҙ ярҙам машинаһын күреп аптырашта ҡалды. 

Баҡтиһәң, күпер аҫтындағы ярҙа 1959 йылғы Иҫәнғол кешеһенең мәйете табылған. Уны балыҡсылар күреп ҡалған һәм полицияға хәбәр иткән.

Әлеге ваҡытта ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара. 

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас