Ваҡиғалар
20 Июнь 2025, 06:15

Ҙур тиҙлектә бағанаға бәрелгән автомобиль янып киткән

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы үлемесле аварияның видеоһын күрһәтте

Ҙур тиҙлектә бағанаға бәрелгән автомобиль янып киткәнҘур тиҙлектә бағанаға бәрелгән автомобиль янып киткән
Ҙур тиҙлектә бағанаға бәрелгән автомобиль янып киткән

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы бөгөн иртән Өфөлә булған үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы хаҡында хәбәр итте. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, бишәүһе дауаханаға оҙатылған. Ведомство шулай уҡ видеояҙма сығарҙы.

"Бөгөн иртә таңдан BMW 318 руле артындағы водитель, Сельская Богородская урамы буйлап хәрәкәт иткәндә, идара итеүҙе юғалтып, электр таяуына бәрелеүгә юл ҡуя. Бәрелеүҙән автомобиль янып киткән", – тип билдәләнә төбәк дәүләт автоинспекцияһының телеграм-каналында.

Читайте нас