Ваҡиғалар
23 Июнь 2025, 05:52

70 йәшлек ир банк картаһы менән түләп, енәйәт эше фигуранты булған

Стәрлетамаҡта йәшәгән 70 йәшлек ир был картаны табып алған булған.

70 йәшлек ир банк картаһы менән түләп, енәйәт эше фигуранты булған70 йәшлек ир банк картаһы менән түләп, енәйәт эше фигуранты булған
70 йәшлек ир банк картаһы менән түләп, енәйәт эше фигуранты булған

Стәрлетамаҡ эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 66 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул ғаризала банк картаһын юғалтыуы, уның менән магазинда 4,5 мең һумлыҡ һатып алыныу хаҡында яҙа.

Уголовный розыск хеҙмәткәрҙәренә был һатып алыусыны табыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. 70 йәшлек ир үҙенең ғәйебен йәшермәй. Ул тотонған аҡсаны тиненә тиклем ҡайтара, әммә был уға ҡарата енәйәт эше асыҙан ҡотҡара алмай. Иргә РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө часы буйынса хөкөм сығарыла.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас