Башҡортостанда ике тапҡыр кеше, шул иҫәптән үҙ улын үлтереүҙә ғәйепләнгән 58 йәшлек ҡатын суд алдына баҫасаҡ. БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү версияһы буйынса, 2005 йылдың июлендә ғәйепләнеүсе әхирәте менән Благовещен районының Тәнәй ауылында алкоголь эскән. Көнсөллөк арҡаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында конфликт сыға: һөҙөмтәлә ғәйепләнеүсе торлаҡ хужабикәһенә кәмендә биш тапҡыр балта менән һуға. Шунан һуң дивандағы юрғанды яндыра һәм ҡаса. Күршеләре, төтөн күреп, янғынды һүндерә һәм ҡатындың кәүҙәһен таба.
Былтыр ноябрҙә Благовещен районының Сиҙәш ауылында үҙ өйөндә ҡатын көнкүреш мәсьәләләре буйынса бәхәстәр арҡаһында улының башына билдәһеҙ ҡаты предмет менән кәмендә өс тапҡыр һуға, шунан һуң уға бензин һибә һәм яндыра.
Бынан тыш, 1995 йылда ҡатын ирен үлтергән өсөн 3 йылға иркенән мәхрүм ителә. Ул уға балта менән һуға һәм кәүҙәһен яндырырға маташа.
Енәйәт эше Башҡортостан Республикаһының юғары судына йүнәлтеләсәк.