Ваҡиғалар
27 Июнь 2025, 07:40

Эсергә аҡса бирмәгән өсөн

36 йәшлек ҡатын бер мең һум өсөн бысаҡ менән кеше үлтергән

Башҡортостан прокуратураһы Көйөргәҙе районында йәшәгән 36 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың июлендә Көйөргәҙе районы Айсыуаҡ ауылы кешеһенең пенсия алыуы хаҡында белгән урындағы ҡатын уға спиртлы эсемлектәр һатып алыуға аҡса һорарға килгән.

Үтенес кире ҡағылғас, ул йорт хужаһына муйынына, күкрәгенә кәмендә өс тапҡыр сәнсә, шунан һуң уны бәйләй. Йортта эҙләнеп, 1 мең һум аҡса таба һәм урлай, шунан ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Зыян күреүсе алған тән йәрәхәттәренән күп тә үтмәй вафат була.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше БР юғары судына йүнәлтелә.

Фото: Ксения Калинина/ “Башинформ”

Читайте нас