

Авария Благовещен районында Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 73-сө саҡрымында булған.
Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бер-береһенә ҡаршы килгән Renault Duster һәм Renault Sandero машиналары бәрелешкән. Sandero ҡаршы Килгән Iveco йөк машинаһына барып бәрелеп, икеһе лә кюветҡа төшөп китә. Юл-транспорт ваҡиғаһында Renault Sandero водителе һәм пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була.
Авария сәбәптәре асыҡлана.