Ваҡиғалар
30 Июнь 2025, 10:20

Ҡатын-ҡыҙ водитель юл фажиғәһендә һәләк булған, дүрт бала иҫән ҡалған

Авария кисә кискеһен Балтас районында Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлының 57-се километрында булған

Ҡатын-ҡыҙ водитель юл фажиғәһендә һәләк булған, дүрт бала иҫән ҡалғанҠатын-ҡыҙ водитель юл фажиғәһендә һәләк булған, дүрт бала иҫән ҡалған
Ҡатын-ҡыҙ водитель юл фажиғәһендә һәләк булған, дүрт бала иҫән ҡалған

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, «Лада Гранта» руле артында ултырған 38 йәшлек ҡатын кюветҡа төшөп киткән һәм автомобиль түңкәрелгән. Аварияла водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Уның өс балаһы һәм кесе туғаны, 11 йәштән алып бер ярым йәшкә тиклемге ҡыҙҙар, йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, дүрт бала ашығыс рәүештә Балтас үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, унда тейешле тикшереү үткәрдән һуң Бөрө дауаханаһына күсерелгәндәр. Өс бала ошо дауаханала дауаланыуын дауам итәсәк, бер балаға Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәренең медицина ярҙамы талап ителә.

Авария факты буйынса тикшереү үткәрелә

Читайте нас