Телефон аферистары ауына Өфөнән 60 йәшлек ир эләккән. Мутлашыусылар ҡорбанын туғыҙ көн «эшкәрткән».
Улар зыян күреүсегә мессенджер буйынса шылтыратып, үҙҙәрен пенсия тупланмаларын ҡайтанан иҫәпләү өҫтөндә эшләгән «пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре» тип таныштыра.
Һуңыраҡ башҡа хеҙмәттәрҙән дә шылтыратыуҙар килә башлай, улар уның шәхси тупланмаларына хәүеф янауы тураһында хәбәр итә. Мутлашыусылар уның бөтә аҡсаһы дуҫ булмаған илдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелелеү ихтималлығы, аҡсаны һәм үҙен енәйәт яуаплылығынан «ҡотҡарыу» кәрәклеге тураһында хәбәр итә.
Шунан һуң ир тупланмаларын ҡулаҡсаға әйләндерә. Курьерҙар 23 миллион һумдан ашыу аҡса тапшыра. Банк хеҙмәткәрҙәре шикләнә, әммә ир уларҙы үҙ ниәттәренең хәүефһеҙлегенә ышандыра.