

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Күмертауҙа Архитектура урамында «Шевроле Нива»ның 39 йәшлек водителе идара итеүҙе юғалтҡан һәм машина түңкәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 40 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була. Тағы бер 38 йәшлек пассажир һәм водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Йылайыр ауылында төндә сит ил машинаһы водителе йәш ҡыҙҙы бәрҙергән. Авария кисә төн уртаһына яҡын Комсомол урамында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 42 йәшлек «Чери Тиго» водителе хәрәкәт итеүсе транспортҡа ҡаршы атлап барған 24 йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан. Йәйәүле алынған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат булған.

