Ваҡиғалар
9 Июль 2025, 12:20

Аҙашының иҫәбенән 600 мең һум тиерлек аҡса урлаған

Өфөлә йәшәүсе 23 йәшлек ир «урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә

Аҙашының иҫәбенән 600 мең һум тиерлек аҡса урлағанАҙашының иҫәбенән 600 мең һум тиерлек аҡса урлаған
Аҙашының иҫәбенән 600 мең һум тиерлек аҡса урлаған

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе осраҡлы рәүештә үҙенеке кеүек үк шәхси мәғлүмәттәргә (персональные данные) эйә булған кеше барлығын белеп ҡалған, ул Татарстан Республикаһында фирма директоры булған. Был мәғлүмәткә эйә булып, ул ҙур банктарҙың береһенең офисына бара, унда кредит ойошмаһы менеджерына үҙен үрҙә әйтелгән фирманың етәксеһе тип таныта һәм шәхси кабинетына бәйле телефон номерын, электрон почта адресын һәм код һүҙен үҙгәртеүҙе һорай.

Банк хеҙмәткәрен алдап, ғәйепләнеүсе ойошманың иҫәп-хисап иҫәбенә инә алған һәм унан 595 мең һум аҡса урлаған.

Ир үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше Өфөнөң Киров район судына ебәрелгән.

Читайте нас