+10 °С
Болотло
Ашығыс хеҙмәттәргә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында янғын тураһында хәбәр килгән.
Ваҡиға урынына янғынды һүндереү өсөн тиҙ арала төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре барған. Улар һәләк булған 1960 йылғы ирҙе таба.
Янғындың сәбәбе асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй МЧС-ы тәфтишсеһе һүҙҙәренсә, янғын тәмәке тартыу ваҡытында һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан.