Ваҡиғалар
23 Июль 2025, 04:37

Иңкеш саҡҡандан һуң - инфаркт

32 йәшлек ҡатынды республика клиник дауаханаһына тәненә тимгелдәр сығыу, күҙ ҡабаҡтары шешенеү һәм һауа етмәүгә зарланыуҙар менән килтергәндәр. Асыҡланыуынса, ҡатындың ҡулын иңкеш саҡҡан булған, һөҙөмтәлә – көслө аллергик реакция, 4 сәғәт эсендә уның хәле насарайған, күкрәгендә ҡаты ауыртыуҙар барлыҡҡа килгән.

“Ашығыс ярҙам” табиптары уны йәшәү урыны буйынса үҙәк дауаханаға килтергән, белгестәр ЭКГ процедураһында үҙгәрештәр булыуын асыҡлаған. Киҫкен коронар синдромға шик менән бәйле рәүештә район дауаханаһы табиптары Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы кардиологтары менән элемтәгә кергән. Белгестәр ауырыу ҡатынға коронография үткәреү һәм бәлки, стент ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн транспортировкалау хаҡында һөйләшкәндәр.

“Ашығыс рәүештә ҡатынға операция яһалды, һөҙөмтәлә операциянан һуң ҡатынды йөрәк өлкәһендәге ауыртыуҙар борсомай башланы, хәле яҡшыры. Өҫтәмә рәүештә аллерголог тарафынан консультациялар үткәрелде”, – тип һөйләне республика дауаханаһының баш табибы Морат Авзалов.

Әле ҡатындың хәле яҡшыған, ул өйөнә ҡайтҡан.

Был клиник осраҡ аллергик реакциялары булған һәр кем  аллергендар менән осрашҡанда  иғтибарлы һәм һаҡ булырға тейеш икәнлекте иҫкә төшөрә. Өй дарыуханаһында антигистамин препараттарын яңыртыу тураһында онотмаҫҡа кәрәклеген иҫкәртә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас