Ваҡиғалар
25 Июль 2025, 07:35

Туризмды үҫтереү үҙәге етәкселеген ни өсөн ҡулға алғандар

Башҡортостандың туризм министрлығы етәксеһе Туризмды үҫтереү үҙәгенә бәйле хәл-торошҡа аңлатма бирҙе

Туризмды үҫтереү үҙәге етәкселеген ни өсөн ҡулға алғандарТуризмды үҫтереү үҙәге етәкселеген ни өсөн ҡулға алғандар
Туризмды үҫтереү үҙәге етәкселеген ни өсөн ҡулға алғандар

Башҡортостандың туризм министрлығы етәксеһе Зөһрә Гордиенко «Туризмды үҫтереү үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәкселеген ҡулға алыу менән бәйле ваҡиғаларға ҡарата фекерен белдерҙе.

"Был ваҡиғалар, һис шикһеҙ, республика имиджына һәм туристик тармаҡҡа йоғонто яһай. Әле тәфтиш саралары бара һәм ғәйепләүҙәрҙең дөрөҫлөгө тураһында һөйләү иртәрәк, барыһын да суд хәл итә, тип иҫәпләйем», – тине Зөһрә Гордиенко.

Министр Башҡортостанда туризмы күп төрлө һәм йылдам үҫешә, тип белдерҙе.

"Тармаҡ бер нәмәгә ҡарамаҫтан үҫешә тип иҫәпләйем. Дәүләт ярҙамы менән яңы объекттар төҙөлдө һәм тағы ла төҙөләсәк. Туризмды үҫтереү үҙәге менән булған хәл күңелһеҙ, әммә барыбер тикшереү һәм суд һөҙөмтәләрен көтәсәкбеҙ, артабан да эшләйәсәкбеҙ, намыҫлы һәм яҡшыраҡ эшләйәсәкбеҙ», – тип билдәләне ул.

Кисә тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаевты, шулай уҡ үҙәк етәксеһе Руслан Юнысовты һәм «Проект офисы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Илнур Ҡыуатовты ҡулға алды. Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, уларҙы айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә бүленгән күп миллионлы аҡсаны туҙҙырыуҙа ғәйепләйҙәр.

Быға тиклем “Башинформ” милли проект сиктәрендә 27 миллион һумдан ашыу аҡса урлау тураһындағы енәйәт эше судҡа ебәрелеүе тураһында хәбәр иткәйне инде.

Читайте нас