

Өфөлә төнгө янғында бер ҡатын һәләк булған, тағы ике кеше дауаханаға оҙатылған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Маяковский урамындағы йортта фатир янып киткән. Һүндереүгә 25 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителә.
Ҡотҡарыусылар халыҡты хәүефһеҙ эвакуациялау өсөн тактик вентиляция ҡуллана. Баҫҡыстар буйлап урамға 10 кеше, шул иҫәптән ике бала сығарыла. Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем 9 кеше үҙаллы эвакуациялана.
Урынға килгән ашығыс ярҙам медиктары 47 йәшлек ҡатындың үлемен раҫлай. Яныу продукттары менән ағыуланған 69 йәшлек ир һәм 57 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатылған.