

Кисә Өфөнөң Коммунистик урамында урынлашҡан Башҡорт кооператив техникумының элекке ятағы бинаһы өлөшләтә емерелеп төшкән. 2024 йылдан алып ятаҡ файҙаланылмай, һүтеүгә әҙерлек эштәре алып барыла, газ менән тәьмин итеү туҡтатылған. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиға сәбәбе асыҡлана.
Әле емереклектәрҙе таҙартыу һәм конструкцияларҙы һүтеү эштәре бара. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусыларының көстәре һәм саралары йәлеп ителгән.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Өфө ҡалаһының Совет районы буйынса тәфтиш бүлеге бинаның бер өлөшө емерелеү факты буйынса тәфтиш алды тикшереүен ойошторҙо.